Йәмилә Халикова.
Был исемде Башҡортостан радиоһын тыңлаусылар бик яҡшы белә. Сөнки тауыш режиссер, музыкаль биҙәүсе Йәмилә Халикова меңәрләгән радио тапшырыуын халыҡҡа еткергән! Ләкин уның Мәскәү консерваторияһын тамамлаған йырсы, иҫ киткес саф тембрлы, йомшаҡ яңғырашлы, матур тауыш эйәһе, һәләтле йырсы икәнлеген, бәлки, барыһы ла белмәгәндер ҙә...